Теләк булһа, эш ҡарышмай

Республикала урындағы башланғыстар уңышлы тормошҡа ашырыла

Быйыл Башҡортостандың 450 меңдән ашыу кешеһе инициатив бюджетлауҙа ҡатнашты. Халыҡтың әүҙемлеге арҡаһында республика ҡала һәм райондарында юлдар һәм урамдар төҙөкләндерелә, ихаталар һәм балалар майҙансыҡтары тәртипкә килтерелә, социаль проекттар ғәмәлгә ашырыла.

Рөстәм ХӘМИТОВ, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:

— Инициатив бюджетлау башланғысын үҫтереү йәһәтенән Башҡортостан ил күләмендә алдынғылар рәтендә танылды. Былтырғы йылда яҡынса 500 миллион һумлыҡ 500 проект тормошҡа ашырылды. Тормош-көнкүреште яҡшыртыуҙа халыҡтың әүҙем ҡатнашыуын күрһәтеүсе ыңғай миҫалдар йылдан-йыл арта барырға тейеш.

Өҫтөнлөктәр үҙгәрмәне

Башҡортостанда Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы 2014 йылдан алып эшләп килә. Уның асылын иҫкә төшөрөп үтәйек: теге йәки был ауыл, ҡасаба, ҡала халҡы иң көнүҙәк тип һаналған мәсьәләне билдәләй, мәҫәлән, юлды ремонтлау йәки спорт майҙансығын төҙөкләндереү һ.б. Артабан аҡса туплана: халыҡтан иғәнә йыйыла, бағыусылар ярҙам күрһәтә, шулай уҡ урындағы бюджеттан билдәле сумма бүленә (урындағы хакимиәттең өлөшө 5%-тан 15%-ҡаса тиклем булырға тейеш). Шунан һуң республика бюджетынан финанс ярҙам һорап ғариза яҙыла. Иң үҙенсәлекле, нигеҙле проекттар еңеүсе тип табыла, бында тәү сиратта халыҡтың әүҙемлеге иҫәпкә алына. Артабан республика бюджетынан аҡса бүленә, һәм бер йыл дауамында проект ғәмәлгә ашырыла.

Урындағы башланғыстарға нигеҙләнгән йәмәғәт инфраструктураһы үҫешен инициатив бюджетлау механизмын үҫтереү буйынса эшсе төркөмдөң ултырышында билдәләнеүенсә, ике йыл дауамында халыҡ өҫтөнлөк биргән йүнәлештәр үҙгәрешһеҙ ҡалған, тиергә була. Юл ремонтлау, парк һәм скверҙарҙы, балалар майҙансыҡтарын төҙөкләндереү, һыу менән тәьмин итеү, мәҙәни ҡомартҡыларҙы һаҡлау көнүҙәк мәсьәләләрҙән һанала. Былтырғы йыл менән сағыштырғанда, конкурс талаптарына тулыһынса яуап биргән ғаризалар һаны артҡан (2016 йылда — 666, 2017-лә — 787).

Берҙәм көс менән

Бер нисә аныҡ миҫалға туҡталып үтәйек.

Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы тураһында ишеткәс, Нефтекама ҡалаһы эргәһендәге Әмзә ауылы халҡы ҡышҡы баҡсаны төҙөкләндерергә хәл итә. 23 йыл элек булдырылған баҡсала бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт үткәрелмәгән — бының өсөн урындағы хакимиәттең аҡсаһы ла булмаған.

— Балаларыбыҙ экзотик үҫемлектәрҙе үҙ көстәре менән тәрбиәләһен, тере пальманың нисек үҫкәнен күрһен, тигән теләктән сығып эш башланыҡ, — тип һөйләй инициатив төркөм етәксеһе Ольга Кокорина. Тәүҙә ҡала хакимиәтендә һөйләшеү үтә, артабан баҡса урынлашҡан мәктәп етәкселеге менән бәйләнешкә инәләр һәм ауыл халҡы ҡатнашлығында йыйылыш уҙғаралар.

Эш күләме яҡынса 1,2 миллион һумға торошло тип билдәләнә: тәҙрә һәм ишектәрҙе алмаштырыу, яҡтауҙарҙы, кәрнизде яңыртыу, штукатурканы тигеҙләү, буяу һәм башҡа төҙөкләндереү эштәре. Халыҡ 58 мең һум аҡса йыя, Нефтекама ҡалаһы 180 мең һум бүлә, бағыусылар — урындағы эшҡыуарҙар тағы ла 100 мең өҫтәй.

Әлеге ваҡытта яңы төҫ алған ҡышҡы баҡса балаларҙы һәм ҡунаҡтарҙы ҡабул итергә әҙер. Унда йыл әйләнәһенә йөҙҙән ашыу төрҙәге экзотик үҫемлектәр үҫә, улар араһында финик пальмаһы, монстера, драцена һәм башҡалар бар. Балаларға экологик тәрбиә биреү йәһәтенән дә баҡсаның әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ ҙур.

Ә Стәрлетамаҡта күп фатирлы йортта йәшәүселәрҙең берҙәм тырышлығы менән үҙенсәлекле интерактив музей барлыҡҡа киләсәк. Был башланғысты ҡаланың үҙәкләштерелгән китапханалар селтәре директоры Әлфиә Әсфәндиәрова күтәреп сыҡҡан.

— Хәҙерге балалар мәғлүмәт технологиялары менән күҙ йомоп тигәндәй эш итә, шул уҡ ваҡытта физиканың иң ябай закондарын белеп етмәй. Теүәл фәндәр йүнәлешендәге интерактив музей ҡыҙыҡлы ғәмәли һәм лаборатор тәжрибәләр үткәреү майҙансығына әйләнә ала. Был үҙ сиратында баланың белемен арттырыуға, БДИ-ны уңышлы тапшырып, техник вуздарға инеүгә булышлыҡ итәсәк, — тип һөйләй Әсфәндиәрова.

Тәтешле районының Бәҙрәш ауылы халҡы ауыл янындағы быуаны таҙартыу, шишмәне тергеҙеү ниәте менән яна.

— Бына инде нисә йыл беҙҙе быуаның торошо борсой, — тип фекерҙәре менән уртаҡлашты проектты башлап ебәреүсе Радик Нуриев. — Ул ылымыҡ һәм башҡа үҫентеләр менән ҡапланып, йылдан-йыл һайыға бара. Төбөндәге ләм бер метр самаһына еткән. Ярҙары ныҡ емерелә. Әгәр ҙә тиҙ арала сара күрмәһәк, һыу ятҡылығы һаҙлыҡҡа әйләнәсәк.

Ауыл халҡы хәленән килгәнсә иғәнә индерә: кемдер — биш йөҙ, кемдер мең һум бирә. Шулай итеп, 135 мең һум аҡса йыйыла. Ауылдаш эшҡыуар ҙур суммала матди ярҙам күрһәтеп кенә ҡалмай, техника менән дә ярҙам итә. Бынан тыш, урындағы хакимиәт 180 мең һум бүлә. Был мәсьәлә ауыл йыйылышында фекер алышыуға сығарыла һәм 2017 йылдың апреленә проект әҙер була.

Бөтә республика буйынса бындай миҫалдарҙы бик күпләп килтерергә була. Мәҫәлән, Нефтекамала мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн махсус спорт-уйын ҡаласығы булдырылған. Миәкә районының Әнәс ауылында мәҙәниәт йортоноң ҡыйығы яңыртылған. Йылайыр районының Яманһаҙ ауыл советы яңы тракторлы булған.

Әлеге ваҡытта биш йөҙгә яҡын проект тормошҡа ашырыла. Улар мәҙәниәт йорттарын, балалар баҡсаларын, мәктәп һәм поликлиникаларҙы ремонтлауға, ихаталарҙы, урамдарҙы, балалар майҙансыҡтарын төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән. Былтырғы йылда ғына Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы сиктәрендә 56 ауыл клубы яңы төҫ алған. Бер Илеш районында ғына ете клуб ремонтланған. Шулай уҡ иң күләмле проект та тап ошо ерлектә тормошҡа ашырылған: 2,8 миллион һумға торошло капиталь ремонт башҡарылған (халыҡтың, ауыл һәм район хакимиәтенең өлөшө — 1,8 млн һум, Программа буйынса алынған сумма — 1 млн). Салауат һәм Ҡыйғы райондарында — бишәр, Шишмәлә һәм Ауырғазыла дүртешәр клуб яңыртылған.

Быйылғы йылда тапшырылған ғаризаларға килгәндә, конкурс комиссияһы 787 проекттың 500-гә яҡынын раҫлаған. Уларҙың һәр береһенә республика бюджетынан 1 миллион һумға тиклем аҡса бүленәсәк.

Урындағы башланғыстар программаһы нисек эшләй

  1. Ауыл йәки ҡала кешеһендә ниндәйҙер идея барлыҡҡа килә.
  2. Был хаҡта ул күршеләре, ауыл биләмәһе йәки ҡала хакимиәте етәкселеге менән фекер алыша (август — сентябрь).
  3. Әгәр башланғыс нигеҙле тип табылһа, инициатив төркөм төҙөлә, ул аныҡ проектты билдәләй һәм йыйылыш үткәреү тураһында ҡарар ҡабул итә (сентябрь).
  4. Йыйылышта проект раҫлана. Һәр йорттан йәки фатирҙан йыйыласаҡ иғәнә күләме билдәләнә, шулай уҡ хаҡлы ялдағы кешеләр, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр, урындағы эшҡыуарҙар күпме аҡса бирә аласағы асыҡлана. Былар барыһы ла йыйылыштың ҡарары менән нығытыла (октябрь — ноябрь).
  5. Инициатив төркөм урындағы хакимиәт менән берлектә ғариза әҙерләй (ноябрь — февраль). Граждандар башланғыстарын өйрәнеү үҙәге консультатив ярҙам күрһәтә.
  6. Ғариза Республика конкурс комиссияһына йәки Граждандар башланғыстарын өйрәнеү үҙәгенә ебәрелә.
  7. Үҙәк тарафынан ғариза ентекле тикшерелә: мәғлүмәттәр компьютерға индерелә һәм балдар ҡуйыла. Проектты баһалағанда иң тәү сиратта фекер алышыуҙа, ҡарар ҡабул итеүҙә күпме кешенең ҡатнашыуы, халыҡтан күпме иғәнә йыйылыуы иҫәпкә алына.
  8. Конкурс һөҙөмтәләренә ярашлы, 300 миллион һум күләмендәге аҡса халыҡ билдәләгән объекттарға бүлеп бирелә.
  9. Субсидия алыусы урындағы хакимиәт эш өсөн подрядсылар таба.
  10. Инициатив төркөм эш барышын даими контролдә тота. Аҙаҡтан хакимиәт вәкилдәре менән инициатив төркөм башҡарылған эштәр хаҡындағы актҡа ҡул ҡуя.

Бөтә кәрәкле мәғлүмәтте Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһының сайтында табырға мөмкин: ppmi.bashkortostan.ru. Шулай уҡ «Бәйләнештә» селтәрендәге төркөмдә лә (vk.com/cigi_isi_rb) консультанттар һорауҙарға яуап бирә.

БР Граждандар башланғыстарын өйрәнеү үҙәгенең адресы: Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 15-се йорт, 217-се бүлмә. Телефон: (347) 272-78-34.

 

Инфографика

2016-2017 йылдарҙа БР-ҙа иң киң ихтыяждағы проекттар

Мәғариф — 23%

Юлдар — 14%

Төҙөкләндереү — 14%

Һыу менән тәьмин итеү — 12%

Мәҙәниәт — 9%

Башҡа йүнәлештәр — 28%

Быйыл 436 ғариза конкурс һайлап алыуын уңышлы үткән.

 

Эльдар Нуртдинов, БР Стратегик тикшеренеүҙәр институтының Граждандар башланғыстарын өйрәнеү үҙәге етәксеһе:

— Программаның төп идеяһы — халыҡтың үҙаңын һәм әүҙемлеген үҫтереү. Ауыл йәки ҡала кешеһенең көнүҙәк мәсьәләне үҙе билдәләп, күршеләре, урындағы етәкселек менән фекер алышып, уны хәл итеү өсөн кәрәкле сумманың бер өлөшөн йыйыуҙа шәхсән ҡатнашыуы мөһим.

Подпись к фото:

Программа ярҙамында балаларыбыҙ үҫеше өсөн мөмкинлектәр киңәйҙе

Фото: vk.com/dvorec72