Икенсе йөҙ йыллыҡҡа аяҡ баҫып — Ғәзиз Лоҡманов менән «Аҙна йомғаҡтары»

Икенсе йөҙ йыллыҡҡа аяҡ баҫып… Республиканың икенсе йөҙ йыллығына аяҡ баҫып киләсәккә етди үҫеш пландарын барлағанда, үткәндәрҙе лә иҫтә тотоу зарур. 90-сы йылдағы үҙаллылыҡ Республиканың булған потенциалын үҙ мәнфәғәтендә файҙаланып тиҫтәләрсә йылдар дауамында йыйылып килгән социаль мәсьәләләрен хәл итһә, иртәгәһе көн үҫешкә баҫым яһауҙы талап итә. Башҡортостандың иҡтисади хәле, потенциалы һәм үҫеш пландары хаҡында Башҡортостан Фәндәр Академияһының Стратегик тикшеренеүҙәр институты мөдире, иҡтисад фәндәре докторы Азат Янгиров менән әңгәмәләштек. Иғтибарығыҙға аҙна хәбәрҙәре интервьюһы.

Ғалимдың билдәләүенсә стратегик маҡсаттарға өлгәшеп була һәм бының төп сере — идара итеү системаһын үҙгәртеү. Миҫал итеп инвестицияларҙы йәлеп итеү өлкәһен ҡулға алды.

— Республика башлығы Радий Хабиров билдәләгән 2024-се йылда 500 миллиард һум күләмендә инвестиция йәлеп итеү — бигерәк амбициялы маҡсат. Әлеге мәлдә 300 миллиард та билделә үҫеш тип һанайбыҙ. Тик комплекслы саралар тормошҡа ашырылғанда был юғары маҡсатҡа өлгәшеп була. Идара системаһының яңыса төҙөлөүе республика һәм муниципалитеттар кимәлендә үткәрелгән «инвестиция сәғәттәре», «һаулыҡ сәғәттәре», «төҙөлөш сәғәттәре» индерелеүенән дә күренә. Ике махсус иҡтисади территория булдырыласаҡ, ләкин дөйөм республика төбәктәре лә инвесторҙарға асыҡ булырға тейеш. Һәм быны Радий Фәрит улы асыҡса билдәләй, — ти Азат Янгиров.

«Хәбәрҙәр. Аҙна йомғаҡтары» от 12 октября 2019 года на сайте ГТРК «Башкортостан»