Төрки телле Рәсәй мәҙәни парадигмаһында башҡорт үҙаңы

Башҡортостандың фәндәр академияһы һәм стратегик тикшеренеүҙәр институы баш ҡалаға Рәсәй һәм яҡын сит ил ғалимдарын йыйҙы. Этнографтар, тарихсылар, телселәр “Төрки телле Рәсәй мәҙәни парадигмаһында башҡорт үҙаңы” тип аталған Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһында ҡатнашты.

Сентябрь башында донъя күргән «Хаят-Исмаил» дуэты башҡарыуындағы был йыр башҡорт эстрадаһына бихисап бәхәстәр менән килеп инде. Асылда ул бәхәстәр элек-электән бара һәм башҡорт теленең күп диалектлы булыуы нигеҙендә барлыҡҡа килә. Ошо турала, ғөмүмән, башҡорттарҙың Рәсәйҙә йәшәгән башҡа төрки халыҡтарынан айырмаһы тураһында ғалимдар Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһында фекер алышты.

Беҙ кем? Өс меңенсе быуатҡа аяҡ баҫырға торған бихисап төрки халыҡтары өсөн был мөһим һорауҙарҙың берһе. Йылдам ассимиляция барған ваҡытта нисек милли үҙаңды һаҡлап алып ҡалырға? Тамырҙарҙы ҡайҙа эҙләргә? Бәхәстәргә аныҡ яуаптар бармы? Рәсәй тарихсыһы, этнограф Әхмәт Ярлыҡапов фекеренсә яуаптар тикшеренеү эштәре аша табыласаҡ.Конференцияла Рәсәй төбәктәре һәм яҡын сит ил төркиәтселәре лә ҡатнашты.

Башҡорт дәүләт университетының Башҡортостан Республикаһы тарихы, археология һәм этнология кафедраһы мөдире Булат Аҙнабаев сығышында 19-сы быуатта Көньяҡ Уралда йәшәгән халыҡтарҙың милли үҙаңын билдәләү өсөн уларҙың тел үҙенсәлектәренә, диненә, архив документтарына ғына таяныу дөрөҫ түгел, тине. Хатта шәжәрәләр ҙә бер үк тамырға барып тоташа.

Ә бына легенда һәм риүәйәттәр, географик этимология аша бәхәстәрҙе туҡтатып була, тине ул. Рәсәй фәндәр академияһының тел ғилемен өйрәнеү институты хеҙмәткәре, профессор Юлия Норманская, тел диалекттарын ЛингвоДок платформаһы аша анализлап, был йә теге биләмәлә ниндәй милләт вәкилдәре йәшәүен асыҡлап булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Юлия Норманская Ҡазан татарҙары һәм төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының һөйләшен тикшергән һәм улар араһында ҙур айырма барлығын күргән. Башҡорт теле диалекты уникаль күренеш, тей ул.

Фекер алышыуҙа ҡатнашҡан телселәр, тарихсылар, философтар, социологтар, фольклорсылар һәм этнографтар төрки халыҡтарының милли-мәҙәни бәйләнештәрен дә тикшерҙе. Конференция аҙағында башҡорттар, Себер һәм Ҡазан татарҙары, ноғайҙар, хакас, сыуаш, ҡаҙаҡ, алтайҙар, ҡырғыҙҙар һәм башҡа төрки халыҡтарының һәр береһенә милли һәм дини үҙаңын үҙ аллы билдәләү хоҡуғына, тарихын, телен, мәҙәниәтен өйрәнеү ынтылышына ҡамасауламаҫҡа , тигән ҡарар ҡабул ителде.

Подробности на официальном сайте ГТРК «Башкортостан»