ДЕМОГРАФИЯ КӨҘГӨҺӨНДӘ БАШҠОРТ ЙӨҘӨ

2020 йылда сираттағы Бөтөн Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы уҙғарыласаҡ. Был дәүләт кимәлендәге мөһим ваҡиға, уның һөҙөмтәләре Рәсәй халыҡтары хаҡындағы статистика мәғлүмәттәрен туплау менән генә сикләнмәйәсәк: улар XXI быуаттың өсөнсө тиҫтәһендә йәшәйешебеҙҙең барлыҡ өлкәләрен дөрөҫ күҙаллау, демографик хәлдең ил иҡтисадына, дөйөм ижтимағи үҫешкә йоғонтоһон алдан уҡ иҫәпкә алыу, киләсәгебеҙгә объектив ҡараш булдырыу өсөн ныҡлы нигеҙ булып торасаҡ. Башҡорт халҡы — бәләкәй этнос түгел, һаныбыҙ буйынса Рәсәйҙә дүртенсе урында торабыҙ. Тап шуның өсөн гәзитебеҙ биттәрендә башҡорт халҡының демографик проблемалары хаҡында мәғлүмәттәр баҫтыра башлауҙы, ошо хаҡта ғалимдарыбыҙҙың, башҡа белгестәребеҙҙең ҡараштарын уҡыусыларыбыҙға еткереүҙе хуп күрәбеҙ. Ошо проблемаға арналған тәүге әңгәмәбеҙҙә БР Стратегик тикшеренеүҙәр институтының ғилми хеҙмәткәрҙәре — тарих фәндәре кандидаттары Гөлдәр Хилажева, Наилә Шәмсетдинова һәм Гөлфинә Солтанова ҡатнашты.

Г. Хилажева: Тормош нисек кенә ҡатмарлаша бармаһын, башҡорт халҡы үҙенең демографик потенциалын һаҡлап ҡала алды, һуңғы осорға тиклем, аҙ булһа ла, үҫеш тә күҙәтелде.  Урбанизация — демография мәсьәләләрен тикшергәндә мотлаҡ иҫәпкә алына торған ижтимағи күренеш, әммә этнодемографик процестарға йоғонто яһаусы башҡа факторҙар ҙа байтаҡ. Әйткәнемсә, башҡорттарҙың күпләп ҡалаға китеүе совет дәүерендә башланғайны, ул саҡта мәжбүр итеү ҙә, ауыл мөхитен ихтыяри рәүештә ҡалдырыу ҙа күҙәтелде. Әйтергә кәрәк, әлеге ваҡытта башҡорттарҙың байтаҡ өлөшө (2010 йылғы мәғлүмәттәр буйынса — 59,3 проценты) ауылда йәшәүен дауам итә, урбанизация процестары тамамланмаған әле. Билдәле бер сәбәптәр арҡаһында ҡала мөхитендә тыуып үҫкән башҡорттар этник берҙәйлеген юғалта башлай, был хәүефле күренеш. XX быуатта башҡорт халҡының демографик үҫеше тотороҡло булды, уның динамикаһы билдәле сәбәптәр арҡаһында төрлөсәрәк ине. Бында төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының этник берҙәйлеге үҙгәреп тороуы ла сағылыш тапты. Белеүебеҙсә, 2002 йылдан 2010 йылға тиклем Рәсәйҙә башҡорттарҙың һаны 89 меңгә кәмегән, Рәсәйҙең башҡа субъекттарында йәшәүселәр 40 меңгә, Башҡортостанда — 49 меңгә. Быға тиклем бындай хәлдең булғаны юҡ ине.

Н. Шәмсетдинова: Совет дәүерендә башҡорттар араһында эске миграция ныҡ үҫешә. 1926 йылдан 1989 йылға тиклем Башҡортостандан ситтә йәшәүсе башҡорттар һаны 7 тапҡырға арта. Башҡорттарҙа ул осорҙа тыуым бик юғары булғас, ул демографик яҡтан Рәсәй төбәктәре өсөн донорға әйләнә, башҡа өлкәләргә күсеп китеүселәр күбәйә.

Г. Солтанова: Теге йәки был халыҡтың республикабыҙ сиктәрендәге демографик хәлен төп 3 фактор билдәләй: тыуым, үлем һәм миграция торошо. Гөлдәр Фәрит ҡыҙының әле әйткәндәре хаҡ: халҡыбыҙҙың демографик потенциалы уның киләсәгенә өмөт менән ҡарарға ерлек бирә. Әммә барлыҡ демографик проблемаларҙан беҙҙең өсөн үлем күрһәткестәренең юғары булыуы хәүефле. Башҡорттарҙың күпселеге ауылдарҙа йәшәй һәм, билдәле сәбәптәр арҡаһында, унда был проблема байтаҡҡа көсөргәнешлерәк.

Опубликовано в газете «Киске Өфө» от 03 августа 2019 г.