Сибайҙа тәбиғәт таҙалығы мәсьәләләре тикшерелә

Бөгөнгө Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы “Көньяҡ Уралдағы экология проблемалары, уларҙы хәл итеү юлдары” тигән баш аҫтында үтә. Был мәсьәләне Республиканың стратегик тикшеренеүҙәр институты ла иғтибарында тота. Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы буйынса Урал аръяғы төбәктәре тәҡдим иткән проекттарҙың күпселеге тап экология йүнәлешендә булған.

www.yuldashfm.ru