Урындағы башланғыстар. Халыҡ үҙе хәл итә (радио Юлдаш «Асыҡ студия» 19.09.2018)
Эфир радио Юлдаш от 19 сентября 2018 года программа «Асыҡ студия»
Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы сираттағы йылды йомғаҡлай. Хәҙер бер нисә йыл иң уңышлы проекттар Бөтә Рәсәй конкурстарына ла сығарыла. Мәҫәлән, 2018 йыл һөҙөмтәләре буйынса беҙҙең республиканан 2 проект үҙ номинацияларында еңеүсе тип танылды. Илеш һәм Тәтешлеләр ошондай ҡаҙанышҡа өлгәште. «Стратегия-2030», йәғни Республиканың 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһында шундай пункт та бар – алдағы 11-12 йылда төбәк ҡаҙнаһының 10 проценты халыҡ фекеренә таянып, инициатив бюджетлау юлы менән үҙләштереләсәк. Республиканың төньяҡ-көнбайыш райондарының урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы кураторы Радик Бәхтиев, Стратегик тикшеренеүҙәр институтының матбуғат секретары Ғәзиз Йосопов менән — ошолар тураһында.
Урындағы башланғыстар программаһы нисек эшләй
* Ауыл йәки ҡала кешеһендә ниндәйҙер идея барлыҡҡа килә.
* Был хаҡта ул күршеләре, ауыл биләмәһе йәки ҡала хакимиәте етәкселеге менән фекер алыша (сентябрь-октябрь).
* Әгәр башланғыс нигеҙле тип табылһа, инициатив төркөм төҙөлә, ул аныҡ проектты билдәләй һәм йыйылыш үткәреү тураһында ҡарар ҡабул итә (октябрь-ноябрь).
* Йыйылышта проект раҫлана. Һәр йорттан йәки фатирҙан йыйыласаҡ иғәнә күләме билдәләнә, шулай уҡ хаҡлы ялдағы кешеләр, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр, урындағы эшҡыуарҙар күпме аҡса бирә аласағы асыҡлана. Былар барыһы ла йыйылыштың ҡарары менән нығытыла (октябрь — ноябрь).
* Инициатив төркөм урындағы хакимиәт менән берлектә ғариза әҙерләй (ноябрь — февраль). Граждандар башланғыстарын өйрәнеү үҙәге консультатив ярҙам күрһәтә.
* Ғариза Республика конкурс комиссияһына йәки Граждандар башланғыстарын өйрәнеү үҙәгенә ебәрелә.
* Үҙәк тарафынан ғариза ентекле тикшерелә: мәғлүмәттәр компьютерға индерелә һәм балдар ҡуйыла. Проектты баһалағанда иң тәү сиратта фекер алышыуҙа, ҡарар ҡабул итеүҙә күпме кешенең ҡатнашыуы, халыҡтан күпме иғәнә йыйылыуы иҫәпкә алына.
* Конкурс һөҙөмтәләренә ярашлы, 400 миллион һум күләмендәге аҡса халыҡ билдәләгән объекттарға бүлеп бирелә.
* Субсидия алыусы урындағы хакимиәт эш өсөн подрядсылар таба. Тендер.
* Инициатив төркөм эш барышын даими контролдә тота. Аҙаҡтан хакимиәт вәкилдәре менән инициатив төркөм башҡарылған эштәр хаҡындағы актҡа ҡул ҡуя.
Бөтә кәрәкле мәғлүмәтте Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһының сайтында табырға мөмкин: ppmi.bashkortostan.ru. Шулай уҡ «Бәйләнештә» селтәрендәге төркөмдә лә (vk.com/cigi_isi_rb) консультанттар һорауҙарға яуап бирә.