Инвесторҙы ҡайҙан эҙләргә?

Инвестицияны иҡтисади үҫеш нигеҙе тибеҙ. Рәсәй кимәлендә, халыҡ-ара аренала Давос, Гайдар, Санкт-Петербург, Сочи форумдары үтеп тора. Төрлө дәүләттәрҙән иҡтисад белгестәре, эре бизнес вәкилдәре осраша, фекер алыша, ошонда уҡ төрлө килешеүҙәр ҙә төҙөлә.

Йәғни,инвестфорумдар ошо йәһәттән әһәмиәтле. Ошо көндәрҙә Сочи инвестиция форумы үтте. Унда беҙҙең республика делегацияһы ла ҡатнашты. Нисегерәк үтте ул беҙҙең республика өсөн? Ситтән инвесторҙы нисек алып килергә, үҙебеҙекеләргә ышаныс бармы? Ошолар тураһында фекер алышабыҙ.

Республиканың стратегик тикшеренеүҙәр институты директоры, иҡтисад фәндәре докторы Азат Йәнгиров, институттың матбуғат хеҙмәте етәксеһе Ғәзиз Йосопов, политехнолог, йәмәғәт эшмәкәре Рәис Тайбугин менән — ошолар тураһында.

— Инвестфорумда ҡатнашыу — оло эштең бер өлөшө генә. Инвесторҙарҙы саҡырыр өсөн тейешле инфраструктура ла булдырылырға тейеш, норматив акттар ҙа эшләргә тейеш. Әле республикабыҙҙа кәрәкле нигеҙ һалынған. Әлбиттә, ниәт ителгән инвестицияларҙың күләме тәҫир итә. Шуны ла күҙ алдында тоторға кәрәк: әгәр беренсе инвесторҙарҙың эштәре уңһа, артынан икенсе-өсөнсө тулҡын инвесторҙар ҙа киләсәк, — тип иҫкәртә ғалимдарыбыҙ.

Запись прямого эфира радио «Юлдаш» от 19.02.2019