Башҡортостанға 100 йыл: Ырыуҙар Башҡортостандың бренды булырға тейеш — шотландия кландары быға миҫал
Тарих уҡығанда, тарих фәнен әйтеүем, беҙҙең эраға тиклем, беҙҙең эрала тигән ваҡыт бүлеүҙәрен өйрәндек. Башта, 4-се класта ул сәйер кеүек ине, нисек инде, беҙҙең дәүергә, эраға тиклем дә йәшәгәндәр, математикаға әйләндергәндә, минус
йылдарҙа ла тереклек булғанмы ни, тип? Булған икән.
Башҡорт иленең дә тарихы 100 йыл, мең йыл менән сикләнмәгән. Ҙур-ҙур ерҙәрҙе биләп йәшәгән ата-бабаларыбыҙ, ырыуҙар булып тупланып йәшәгән. Бөгөнгө һөйләшеүебеҙ ҙә ырыуҙарҙан алып бөгөнгәсә башҡорт иле, башҡорт ере тигән төшөнсә менән барыр. Ҡунаҡтар менән танышайыҡ.
Билдәле йәмәғәт эшмәкәре, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайындағы Аҡһаҡалдар ҡоро ағзаһы, Меңле ырыуы ҡорбашы Әхнәф Тимербулатов, Стратегик тикшеренеүҙәр институтының социаль-мәҙәни һәм антропология үҙәге етәксеһе, тарихсы Юлдаш Йосоповты Асыҡ студияла сәләмләйбеҙ.
Юлдаш радиоһы 100-йыллыҡҡа арналған радиомарафон сиктәрендә «Асыҡ студия»