HR-форум юғары белем алыу өлкәһендә маҡсаттар билдәләне

Рәсүл Сәғитов:

— Ысынлап та шулаймы — барыһын да кадрҙар хәл итәме? 1935 йылда уҡ әле, Сталиндың сығышында, белдерелгән ошо раҫлама бөгөн дә көнүҙәкме? Ул ваҡыттағы сәйәсәт менән бөгөнгө араһына бер ниндәй ҙә билдә ҡуймай, таҙа килеш, алғанда — шулай, көнүҙәк, хаҡ, әлбиттә: роботтар эшләнә тора, уларының аҡылдары камиллаша, тормошобоҙға һаман тәрәнерәк инә барырҙар, эшһеҙлекте даими арттырырҙар, әммә, беренсенән, моғайын да һис ҡасан да кеше була алмаҫтар, булмаһындар ҙа, икенсенән, була ҡалһалар ҙа, был йәһәт кенә тормошҡа ашмаҫ әле.

Ул осорҙа ла белем менән белеүҙең, йәғни һөнәри оҫталыҡтың, ниндәйҙер бурыстарҙы үтәгәндә ифрат мөһимлегенә баҫым яһалған, беҙҙең көндәрҙә лә улар — төп шарт. Ул саҡта ла, өҙөмтә — «аттар менән машиналар»ҙан да бигерәк кеше потенциалы өҫтән ҡуйыла, йәнә өҙөмтә — «профессиональ кадрҙар етерлек булғанда хеҙмәт етештереүсәнлеген 3-4 мәртәбәгә арттырырға мөмкин», тиелә, бөгөн дә иҡтисадтың ҡайһы бер тармаҡтарына ҡаҙна аҡсаһы күп һалына, ә файҙа әҙ алына.

Беҙҙең әңгәмәселәр — республика башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры Илгиз Ҡәҙерғолов һәм Башҡортостан Стратегик тикшеренеүҙәр институты хеҙмәткәре Ғәзиз Йосопов.

Радио «Юлдаш», программа «Асыҡ студия» 04.05.2017

http://yuldashfm.ru/ba/eshe-gen-tugel-keshehe-l-krk