Урындағы проекттарҙы нисек яҡларға? Хөкүмәт ярҙамына кемдәр лайыҡ? (Инфографика в газете «Башкортостан» от 01.09.2017)

Нисек үҙ урамыңды, паркты йәки балаң уҡыған мәктәпте матурларға һәм Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһына (Программа поддержки местных инициатив) нисек ҡушылырға?

1. Ҡала йә ауылда йәшәүсенең ниндәйҙер идеяһы (тәҡдиме) бар

2. Фекерләшеү
күрше-күлән менән фекер алышҡандан һуң, тәҡдим ҡала йәки ауыл хакимиәте башлығына еткерелә.

3. Ҡарар ҡабул итеү
әгәр тәҡдим ысынлап та эшлекле икән, инициатив төркөм ойошторола, һәм ул, кәрәкле объектты билдәләп, граждандар йыйынын үткәреү тураһында ҡарар ҡабул итә.

4. Йыйын
а) проектты тулыһынса раҫлай;
б) һәр йорт-хужалыҡтан йә фатирҙан күпме аҡса йыйыу, пенсионерҙар һәм аҙ килемлеләрҙең билдәләй;
в) шулай уҡ урындағы эшҡыуарҙарҙың һәм бизнес менән шөғөлләнеүселәрҙең күпме түләйәсәген билдәләй:
г) тейешле ҡарар ҡабул итә.

5. Яҙып-теркәү
Былар барыһы ла йыйылыш ҡарарында сағылыш таба һәм протоколда теркәлә

6. Ғариза биреү
Ҡабул ителгән ҡарар нигеҙендә инициатив төркөм муниципаль берәмек хакимиәте менән берлектә ғариза яҙа. Граждандар башланғыстарын өйрәнеү үҙәге консультатив ярҙам күрһәтә.

7. Конкурс
Уның йомғаҡтары нигеҙендә республика буйынса 300 миллион һум аҡса халыҡ һайлаған проекттарға бүленә. Ғариза республика конкурс комиссияһына йә Граждандар башланғыстарын өйрәнеү үҙәгенә ебәрелә.

8. Заявкаларҙы баһалау
Мәғлүмәттәр компьютерҙа эшкәртелә һәм һәр проектҡа балл ҡуйыла. Бында тәҡдимде тикшереүҙә һәм ҡарар ҡабул итеүҙә ҡатнашҡандар өлөшө һәм урында йәшәүселәрҙең проект өсөн күпме аҡса йыясаҡтары тәү сиратта иҫәпкә алына.

9. Һайлап алыу
Проект буйынса эштәрҙе башҡарасаҡ подрядсыны субсидия алыусы муниципалитет хакимиәте һайлай.

10. Контроль
Инициатив төркөм проектты тормошҡа ашырыуҙы контролдә тота.

11. Отчёт
Граждандар башланғыстарын өйрәнеү үҙәге консультанттары объекттарҙы, улар буйынса документтарҙы тикшереп сыға һәм билдәләнгән формала отчёт төҙөй.

12. Раҫлау
Проект тормошҡа ашырылғас, муниципаль берәмек хакимиәте вәкилдәре һәм инициатив төркөм ағзалары шул хаҡта акт төҙөй һәм уға ҡул ҡуя.